Иман
28 Мая , 03:06

Телевизорҙан махсус хәрби операцияла булған егеттәр ҡотланы

Тыуған Бәләкәй Муса ауылында, ғаиләм менән, ауылдаштарҙың ярҙамында Ҡорбан байрамын үткәрҙек.

Телевизорҙан махсус хәрби операцияла булған егеттәр ҡотланыТелевизорҙан махсус хәрби операцияла булған егеттәр ҡотланы
Телевизорҙан махсус хәрби операцияла булған егеттәр ҡотланы

Бөтәһен дә саҡырҙыҡ — һәм бик күп туған-тыумасалар,ауылдаштар, яҡындар килде!

Байрамды Ҡөрьән Кәрим һәм доға уҡыу менән башланыҡ. Телевизор экранынан ауылдаштарыбыҙҙы беҙҙең ауылдан хәҙер махсус хәрби операцияла булған егеттәр ҡотланы. Күбеһенең күҙҙәренән йәш килде — күңел түҙмәне.

Ауыл советы башлығы Рөстәм Миниян улы Вахитов бөтә йыйылғандарҙы йылы итеп ҡотланы. Ә беҙҙең ҡәҙерле апайҙар, курстарҙа уҡығандар, бик тәьҫирле мөнәжәттәр һәм шиғырҙар әҙерләгән.

Бик күңелле һәм йылы осрашыу булды. Был изге көндө безҙең менән бүлешкән һәр кемгә ҙур рәхмәт!

Айнур Ҡәҙимов, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе

Автор:
Читайте нас