

Ҡотлоюл халыҡына өсләтә байрам булды. Мәсетебеҙгә зәңгәр яғыулыҡ тоҡандырылды. Өсөнсөһе Өфө ҡалаһынан Ҡоролтай депутаты Раил Рамаҙан улы ауылыбыҙ мәсетенә бер һарыҡ, ҡорбан салдырҙы ата-әсәһенә бағышлап. Мәсетебеҙгә аҡсалата ярҙам күрһәтте зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә. Һайлауҙа ауылыбыҙ менән дәррәү депутатлыҡҡа дөрөҫ һайлағанбыҙ икән үҙен. Һарыҡ итенән тәмле һурпа, плов бешерелде, өҫтәл һығылып торҙо тәмләткестәр менән. Шулай уҡ беҙҙең күркәм мәсетебеҙгә ҡунаҡтар Күмертау ҡалаһы мәсетенән Фәнис хәҙрәт, Яҡшымбәт мәсетенән имам Фәрхәт, мәсетебеҙ документ эше буйынса ярҙам күрһәткән Вәсил Тимерғәли улы, район хакимиәтенән Урал Дамир улы килделәр. Фәнис хәҙрәт мәсетебеҙгә ярҙам иткән ҡунаҡтарға иман хатиб Айнур Ҡаҙимовтан Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ауылыбыҙ халҡы исеменән мәсетебеҙ хужаларына, килгән ҡунаҡтарға бик ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Мәсетебеҙ гөрләп торһон. Именлектә, һаулыҡта тағын да киләһе байрамдарҙы ҡаршы алырға, күрергә насип булһын, Аллаһ бирһә.
Зарима БОҪҠАНОВА, Ҡотлоюл ауылы