Иман
3 Июня , 08:53

Әжәл телеграмма һуҡмай

Күмертауҙа Сығарылыш кисәһе булды.

Әжәл телеграмма һуҡмайӘжәл телеграмма һуҡмай
Әжәл телеграмма һуҡмай

Сәстәренә бант таҡҡан, аҡ алъяпҡыс кейгән, әле генә ун берҙе тамамлаған ун һигеҙе тулыр-тулмаҫ ҡыҙҙарҙың сығарылыш сараһы түгел, ә күптәре инде донъяның әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татыған, байтағының сәстәренә сал төшкән (ҡайҙа бында бант тағыу) апай-инәйҙәрҙең дин мәктәбен бөтөүҙәренә арналған кисә булды был. Өс класс белем алғандар улар. Ә белемдәре әллә ниндәй ҙур-ҙур юғары уҡыу йортон бөткәндәрҙекенә ҡарағанда төплөрәк, улар тормошто беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлай төҫлө.

Һәммәһе 68 сығарылыш уҡыусыһы. Көйөргәҙе районының Таймаҫ, Ялсыҡай, Илкәнәй, Аҡһары, Иҫке Мораптал, Кинйәбай, Түбәнге Баба ауылдарында, Күмертауҙың үҙендә белем эстәгән апайҙар, фән тауҙарының ни тиклем бейек һәм текә икәнен, уларҙың был белемде нисек алғандарын аҙмы-күпме беләбеҙ ("Юшатыр"ҙа был хаҡта күп тапҡыр баҫылды), әле үҙҙәренең ауыҙынан ишеткәс, тағы ла бер ҡат һоҡландыҡ.

- Нурия апай менән Фәиз абзый, көн тип тормай, төн тип тормай, буран, юлды көрт баҫҡан тип тормай йәки бысраҡ, батҡаҡ тип мыжымай, килә лә етәләр ине. Ҡайһы бер ауылда уҡыр өсөн урын булманы, быныһында ла аптыраҡ ҡалманыҡ, кемеһе өйөнә саҡырҙы, килеп терәлдек, ҡайҙа барайыҡ тигән мәлдә лә Хоҙай ярҙамға килде - урыны табылды.

Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары күп таратылды (һәр бер кисәге уҡыусыға уҡыуҙы бөтөүе тураһында таныҡлыҡ та бирҙеләр), телдән әйтелгән рәхмәттәр тағы ла күберәк булды.

...Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе, ахун Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов:

- Әжәл беҙҙе иҫкәртеп, шул ваҡытта килеп етәм, көт тип, алдан телеграмма ебәреп, килмәй. Бәлки, бер йылдан китеп барырбыҙ, бәлки, ун йылдан, ә бәлки, иртәгә. Иманға киләм, дин юлына баҫам, тик әле түгел, саҡ ҡына һуңыраҡ, әле ваҡыт бар әле тип йөрөгәндәр күп. 

Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда баҫылыр. 

Автор:
Читайте нас