Все новости
Инвестициялар
23 Ноября 2023, 16:05

Битлзды тыңлай ала

Беҙ уға иртәнән бирле шылтыратабыҙ.

Битлзды тыңлай ала
Битлзды тыңлай ала
Эш телефонына, юҡ, трубканы алмаймы, алмай. Кеҫә телефонын борсорға ҡыйманыҡ - бәләкәй кеше түгел, йә үтә мөһим моментына тура килеп, һүҙен бүлеп, ҡамасаулап, эшен ҡыра һуғып ҡуйырбыҙ. 
Тимур Иҙрисов, район башлығының инвестициялар буйынса урынбаҫары, Өфөлә икән. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашып йөрөй. 22-25 ноябрь көндәрендә барасаҡ был ҙур сара. 
Президиумда ултырғандар инглизса ғына һөйләй ҙә ул, беҙ ошо тирәнән йыраҡ китмәгән кеше, уларҙың бер һүҙен дә аңламайбыҙ. Тимур Нәсибулла улы ла, аңламай, аптырап ҡарап ултырамы? Юҡ, ул был телде үҙаллы өйрәнә, теге саҡ хатта инглиз телендә йырлаған йырҙарҙы ла яҡшы аңлайым ти ине. Көнләштек. Битлзды оригиналда тыңлай ала, Шекспирҙы ла төп нөсхәһендә уҡырға һәләтле. 
Урынбаҫар эш урынында юҡ, эште эш итә алманыҡ тип кәйеф төшкәйне, әле күтәрелде. Был мәртәбәле сарала, инглиздар араһында үҙ кеше булып, кемдеке йөрөй - уларҙыҡы йөрөй.
Нимәгә эҙләгәйнегеҙ? Мобилизация менән киткән егеттәрҙең әсәләренең ҡайһыһына утын алып килмәгәндәр, былтыр алдығыҙ ҙа баһа, етмәйме ни тигәндәр, ошо турала белешергә ине. Хәйер... Был бөтөнләй икенсе тарих.  
Автор:
Читайте нас: