Әйтер һүҙ табыуы ауыр, Рафаэль ағайыбыҙ мәрхүм булған. Һәр үлем кешене һеңгәҙәтә, ә быныһы бигерәк, яңы ғына йылмайып, күрешеп торғайныҡ та. Ә ваҡыттар булғанда, күпме ваҡыт әңгәмәләшә инек, һеҙҙең менән сер бүлешергә була ине.
Р. Ибәтуллин үҙебеҙҙең ағай ине (ине тип әйтеүе лә ҡыйын), түрә булһа ла (ул оҙаҡ йылдар урындағы Роспотребнадзор бүлеген етәкләне) бер ҡасан да һауаламаны, ерҙән йөрөнө, ябай булып ҡала белде. Йомошоң төшөп, өндәшкәндә лә тиҙ генә хәл етә лә ебәрә ине.
Йома көнө күренмәне ағайыбыҙ (гәзит баҫылған көн)... Киләһе йомала ла булмаясаҡ. Бүтән бер ҡасан да беҙҙең тупһа аша үтмәйәсәк. Ниңә улай, ағай?
Бәхил бул, Рафаэль Әхәт улы, һин беҙҙең күңелдә гел йылмайған килеш хәтерҙә ҡалырһың.