Тик торған Көйөргәҙе районына сығып китмәй, был көндө беҙҙә тарихта беренсе тапҡыр Ялан көнө уҙасаҡ. Киров исемендәге хужалыҡ ерендә. 35 район ҡатнашасаҡ был ҙур сарала. Бөгөн ошо турала ентекле һөйләшеү булды. Кем нимә эшләй-эшләмәй, ҡайһы ерҙәргә күберәк иғтибар бирергә кәрәк, юлдарҙы рәтләргә, үләнде сабырға...
Радий Фәрит улы Мораптал биләмәһендә генә булмаясаҡ, Яҡшымбәткә лә һуғыласаҡ. Яҡшымбәт юлын да бер юлы күрһен, бәлки, файҙаһы булыр тигән өмөт бар. Шотт паркы, бассейн (төҙөлөп бөтөртөр, бәлки)... ҡайһы еребеҙ ауырта, шул ерҙәрҙе күрһәтеп ҡалырға кәрәк.
Репортаж шул көндө булыр.