Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
30 Октябрь 2023, 12:19

Утһыҙ төн

Кисә Күмертау ҡараңғылыҡҡа сумды.

Утһыҙ төн
Утһыҙ төн
Бар ҡала түгел, Көнбайыш биҫтәһенең бер өлөшө. Төш мәлендә һүнгән ут бөгөн таңда ғына барлыҡҡа килде (ҡайһы бер бәхетле йорттарҙа иртәрәк янған). Әкиәт супермаркеты кешеләр менән тулды: һеҙҙә шәм юҡмы? Хәйерсегә ел ҡаршы, бында шәм юҡ икән дә! Өйҙә свет булмағас, хет үҙеңде нимә менәндер алдаштырырға кәрәк, смартфондарҙың (байыраҡтарының айфондарының) зарядкаһы бөттө, һүгенә-һүгенә, бындай кешеләр ишек алдындағы машиналарына йүгерҙе, телефондарын зарядкаларға. 
Ғүмерҙәренең иң оҙон төнө ошо булды һымаҡ. Электрһыҙ зерә ҡыйын икән, боронғо кешеләр нисек йәшәгәндер, баш етмәй. 
Автор:
Читайте нас