Был хәбәр аяҙ көндө йәшен атҡандай булды тиһәк...
Килешмәҫ кеүек. Бер булмаһа, бер булыр тип йөрөй инек, дөрөҫөн әйткәндә.
Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов фронтҡа китә! Был турала бөгөн генә билдәле булды. Юлай Талха улы беҙҙең менән һөйләшеп алырға (ул үҙе Өфөлә) форсат тапты.
- Нисек йөръәт иттегеҙ?
- Яу яланында үҙем гуманитар ярҙам алып барып әллә нисә булдым. Унда яҡташ егеттәрҙе күрҙем, ике йөҙҙән артыҡ малайыбыҙ шунда. Бында инде әсәләре менән күп тапҡырҙар осраштым, аралаштым... Шунан яуға башҡаларҙы ғына дәртләндереп йөрөй, үҙе тылда ултыра тигән кеүек килеп сыға, егеттәр тегендә, мин - бында, әсәләрҙең күҙенә нисек ҡарайым тигән төрлө уйҙар кисерҙем дә ҡарар ҡабул иттем - барам. Әле Оборона министрлығы менән котракт төҙөнөм, ярты йылға.
- Һеҙ беҙҙән бөтөнләйгә китәһегеҙме?
- Юҡ. Бик ҡыуанмай тороғоҙ, - Юлай Ильясов телефон трубкаһына һаһылдап көлә, уға ҡушылып, беҙ ҙә көләбеҙ...
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.