Күмертау ҡалаһы район-ара судында эшләгән судья Таһир Ҡарасурин беҙҙән китте - уны Өфөгә яңы эшкә күсерҙеләр. Урыны буш тора алмай, бөгөн ҡала суды бинаһына, беҙҙәге суд системаһында кем эшләй, барыһы ла йыйылды.
Яңы килгән кешегә күп матур һүҙҙәр әйтелде. Жуков Виталий Игоревичҡа. Тап ул Ҡарасуринды алмаштырыр яңы судья.
- Беҙҙең район һәйбәт ул, ситтән килгәндәрҙе гел ихлас, йылы итеп, ҡаршы ала, беҙҙәге коллектив та, халыҡ та шәп - тинеләр.