Все новости

Шағирҙың "сабыйы"

Көйөргәҙе районына Әлфиә Кәримова килә.

Шағирҙың "сабыйы"
Шағирҙың "сабыйы"
Мостай Кәримдең ҡыҙы беҙҙең тарафтарға киләсәге яңы ғына билдәле булды. Әлфиә апай менән бергә ҙур ғына делегация 6 июндә Көйөргәҙе еренә аяҡ баҫасаҡ.  Шағир ҡыҙы Шәбағыштағы Пушкин музейында (рус теле көнө, Александр Сергеевичтың тыуған көнө), Кинйә-Абыҙ музейында һәм шулай уҡ Яңы Таймаҫ музейҙарында буласаҡ. 
Әлфиәгә
Донъям тотҡалары һирәк минең,
Һирәк булды минең таянысым.
Тыуғаныңдан бирле, аҡ фәрештәм,
Һин өмөтөм булдың, ҡыуанысым.

Бит Әлфиә тигән исемең дә
Тәүге иртә, тәүге нур һымаҡ,
Һинең бер ҡарашың, бер ауазың
Изге доға, моңло йыр һымаҡ.

Минең өсөн һин һаман да сабый —
Хәсрәттәрҙән азат, хәүефтән...
Һоҡланып та һиңә, борсолоп та
Күңелем бишегендә бәүелтәм.
Тип, ҡыҙына арнап, яҙғайны Мостай аға. Шағирҙың "сабыйы" сәфәре хаҡында, тимәк, "Юшатыр"ҙа яҙылыр. 
Автор:
Читайте нас: