-6 °С
Облачно
Киткәне бирле көттөк, бына-бына ҡайтыр, оҙаҡ йөрөмәҫ. Май айында ҡайтыр тинек (йырҙағы һымаҡ "Яҙҙар еткәс, ҡайтырмын, ҡоштар кеүек талпынып"), ә ул контрактымды оҙонайттым, көҙгә ҡайтам, тине.
Әле ул юлға сыҡҡан. Тиҙҙән бында була. Ниндәй уйҙар, хис-тойғолар алып ҡайтып килә, беҙҙе күргәс, нимә тиер ("мин булмағанда эште ҡырғанһығыҙ икән, иптәштәр, хатта ҡайһы бер ҙур ҡунаҡ-товарищтарҙы ла үсектереп ҡайтарырға өлгөргәнһегеҙ") - был турала яҙырбыҙ.