Все новости

Ермолаевола пляж асылды

Күптән көткән ваҡиға был.

Ермолаевола пляж асылды
Ермолаевола пляж асылды

Юғиһә, башҡа яҡтарҙа йәй буйы рәхәтләнеп һыу инәләр, ә район үҙәге был ләззәттән мәхрүм ине.
Шотт паркында, спиртзавод быуаһында, бөгөндән башлап махсус, рөхсәт ителгән пляж асылды. Ике ҡотҡарыусы егет яр буйынан ҡарап торасаҡ, улай-былай булһа, шунда уҡ ярҙамға ташланырға әҙерҙәр. ПЛЯЖ тип ауыҙ тултырып әйтерлеге юҡтыр, бәлки, кинәнеп һуҙылып ятар ҡомо юҡ, яры ҡырсынташ, шезлонг-фәлән дә юҡ, кеше күҙе күрмәһен тип, кейенеп-сисенер өсөн йәшерен ҡыуышы ла юҡ (урман араһына ғына кереп сисенмәгәндә), әммә был ваҡиға барыбер - тарихи ваҡиға. Бынау ҡыр өйрәктәрен генә өркөтөрбөҙмө икән...

Автор:
Читайте нас: