Республика хөкүмәтенең Ҡарары сыҡты, унда данлыҡлы яҡташтарыбыҙ - Советтар Союзы геройҙары исемен мәктәптәргә биреү тураһында һүҙҙәр ҙә бар.
Бахмут мәктәбе бынан ары А. Хохлов, Ермолаевоның икенсе мәктәбе - С. Биктимеров, Яҡшымбәт мәктәбе - Х. Ғайсин, Бөгөлсәндеке - М. Ҡужаҡов, Абдулдыҡы - Ғ. Арыҫланов исемен йөрөтәсәк.