Матур ғына түгел, талантлылар ҙа! Беҙҙең морпаталдыҡылар бит ул тип, һәр саҡ тамашаларын һоҡланып ҡараныҡ.
Аяҙ көндө йәшен атҡандай булды - Ғәлиевтар айырылышҡан. Был турала Ләйлә белдерҙе. 15 йыл бергә булдыҡ, ике ҡыҙға ғүмер бүләк иттек тигән, нолдән башлаған инек, йөҙҙәрсә хит тыуҙырҙыҡ, танылыу яуланыҡ.... Тарихыбыҙ ошоноң менән тамам тип әйтә йырсы. Һәм, быныһы иң мөһимелер, беҙҙе береһенең дә хөкөм итергә хаҡы юҡ тигән.
Хөкөмдар булырға яҙмаһын, беҙ Рөстәмгә лә, Ләйләгә лә уңыштар теләйбеҙ, бер нимәгә ҡарамаҫтан, ике сабыйҙар үҙҙәрен аталы-әсәле тойоп үҫһен һәм һеҙ беҙҙе тағы ла оҙаҡ йылдар, дуэт менән булмаһа, айырым килеш, яңы йырҙарығыҙ менән ҡыуандырығыҙ.