Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
24 Апрель , 14:33

Яңы судья

Күмертауҙа Возжаев Владислав Александрович менән таныштырҙылар.

Яңы судья
Яңы судья

18 апрелдә Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандың суд органдарына яңы судьялар тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 12 яңы судья араһында Күмертау район-ара суды ла бар ине. Ошоға бәйле ҡала судында тантаналы көн булды. Яңы судья Возжаев Владислав Александрович менән таныштырҙылар. Ул Мәскәү педагогия университетын тамамлаған, һөнәре буйынса юрист. 2005 йылдан Салауат ҡала суды судьяһы ярҙамсыһы булып эшләгән.
- Үтә лә яуаплы булған һөнәрҙә уңыштар теләйем. Һорауҙарығыҙ булһа беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ. Бергә һәм берҙәм һөҙөмтәле эшләүебеҙгә ышанам, - тине Башҡортостан Республикаһының Күмертау район-ара суды рәйесе Фәрғәт Тимерғәле улы Хәлитов.
Беҙ ҙә Владислав Александровичты ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: