Ә былай, эш сәфәре менән, килергә йыйына икән. Республика башлығы Көйөргәҙе районына июнь айында юлланырға тейеш, тип белдерҙеләр беҙгә. Иҫегеҙҙә булһа, Р. Хәбиров һуңғы йылдарҙа ғына беҙҙә бер нисә тапҡыр булды, береһе ҡыш мәле ине, икенсеһендә ҡыҙыу йәй, өсөнсөһөндә һары көҙ ине – Ялан байрамына һәм Кинйә Арыҫланов юбилейына килде. Башлыҡ килер булғас, билдәле, уңайлы мәлде файҙаланып ҡалырға ашыға урындағылар, теге мәлдәрҙә лә бер нисә һорау биргәйнеләр (юлдар, Ермолаевоның Төнъяҡ биҫтәһенә һыу үткәреү, бассейн...).
Был юлы ла алдан уҡ бирәһе һорауҙы бирергә әҙерләнеп торорға тейештәр. Радий Фәрит улын әллә ни яфаламаҫҡа уйҙары, ике генә һорау-үтенес буласаҡ. Юлдар. Яҡшымбәт һәм Керәүле-Илюшкин юлдарына асфальт түшәү. Аппетит ашаған мәлдә ҡотора башлай, бәлки, яйы матур ғына итеп тура килһә, башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелер. Күрербеҙ.
Фотола: Р. Хәбиров Кинйә-Абыҙҙа. 15 сентябрь, 2023 йыл.