

Теге йәки был һатыу нөктәһе асылыуы ҙур яңылыҡ түгел, әммә бына быныһына ихлас шатланыр кәрәк – ауыл хужалығы техникаһына запас частар һатыу магазины ул. Хәлдәр шулай: ерҙә эшләгән крәҫтиән өсөн запчасты гел алмаштырып, алып торорға кәрәк, быға саҡла алғандары гел ҡыйбатҡа сыға ине (бүтән ерҙәр менән сағыштырғанда, 40-50%-ҡа хатта), әле, бәхеткә, районға яңы сауҙагәр килде, Ырымбурҙан, «Агростиль» тип атала, ул Ермолаево кирбем заводы янында урынлашасаҡ.
Әйткәндәй, ташландыҡ тип һаналған бинаны алған ырымбурҙар, район өсөн был бик һәйбәт яңылыҡ, ташландыҡ бина бынан ары ташландыҡ булмаҫ, хужаһына аренда хаҡы түләнер, күпмелер кешегә яңы эш урыны булыр, районға һалым килер, ә иң мөһиме: ауыл хужалығында техника менән эшләгәндәргә ҙур ярҙам булыр – арзаныраҡ хаҡҡа запас частәр (был магазинда һәммәһе 50 мең төрлө тауар буласаҡ), быға егеттәр, беҙгә белдереүҙәренсә, бик ҡыуана.