Таймаҫ уҙаманы, хәҙер йәш тә түгел, күптән пенсияла, әммә ҡайһы бер ун һигеҙ йәшлек егеттәреңә биргеһеҙ.
Тиктормаҫ, тынғыһыҙ кеше. Белмәгән һөнәре юҡ. Мәктәптә балаларға хеҙмәт дәресен өйрәтте ул, Салауат Муса улына малайҙар һаман рәхмәт әйтә, әлдә һеҙ булдығыҙ, юҡһа, тормош көтөүҙәре ауырыраҡҡа төшөр ине.
Кинйә йыйынында, әлбиттә, ул да булды. Ҡыҙы Зөлфиә менән. Зөлфиә лә ҡул эштәренә оҫта (атаһы кем һуң уның?), байрамда ҡуйылған иң шәп күргәҙмәләрҙең береһе уларҙыҡы булды тиһәк, яңғылышмабыҙ.
Салауат ағай өйөндә сүкеш-балта тотоп ҡына, үҙ эше менән булашып, үҙ донъяһын ғына хәстәрләп йөрөмәй, әйткәндәй. Ауылда ҡайҙалыр нимәлер ҡыбырлай икән, тимәк, унда С. Солтәнгәрәев мотлаҡ бар.
Таймаҫтағы өмәләр хаҡында киләһе һандарҙа гәзиттә баҫыласаҡ