Күмертау ҡалаһы ҡоролтайы, ошо сама ғүмергә бөгөн йомғаҡ яһаны.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар араһында депутат Фәнит Моратбаҡыев (уны хәҙер Өфө тип әйтәбеҙҙер инде), мәғариф министрлығынан милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов, шағирә Лариса Абдуллина (ул да хәҙер юғары пост биләй - кеше Хоҡуҡтары Советы ағзаһы), "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы редакторы Салауат Кәримов. Ҡалғаны - үҙебеҙҙекеләр. Ҡала башлығы Олег Астахов тәү телмәрҙе тотто, Башҡортостанда 120 милләт вәкиле йәшәй, барыһы ла дуҫ, тине. Күмертауҙа башҡорт теле киң ҡолас менән өйрәнелә, балалар баҡсалары, мәктәптәр башҡорт балаларына (теләгәндәренә) дәррәү белем бирә. Әлфиә Шәмиғолова, ҡоролтай рәйесе, доклады оҙон ғына булды, күп проекттар беҙҙең ҡалала тормошҡа ашырыла, республика буйынса тәүге урындарҙы алып киләбеҙ.... Фәнит Насип улы уны йөпләне ("ярты сәғәткә етерлек докладым бар, тик уны уҡып тормайым"), Күмертау ҡоролтайы - Башҡортостанда иң шәп эшләгән ойошмаларҙың береһе. Иң татыу халыҡ беҙҙә йәшәй, күпме ерҙәрҙә булманым, бындай дуҫлыҡты күрмәнем....
Мәғариф учреждениелары эшмәкәрлеге, ижтимағи эштәр маҡтап һөйләнде, нимәһе күңелде ҡырҙы - "Юшатыр" гәзите бер ерҙә лә телгә алынманы. Әллә оноттолар, әллә кәрәгебеҙ шул сама. Салауат Кәримов ағай ғына беҙҙе иҫенә төшөрҙө, әл дә уға һүҙ бирҙеләр...
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыла.