Все новости
Ижтимағи тормош
18 Апреля , 17:54

Юлай ҡоролтай түгел

Ситтән килгәндәр, бөтәһе лә йыйылып, "Усдьба"нан һуң, Ермолаевоға киттеләр.

Юлай ҡоролтай түгел
Юлай ҡоролтай түгел
Бында ла ҡоролтай биш йыллыҡ эшен барланы. Һүҙ оҙаҡҡа китте, байтаҡ ваҡыт күрешмәй, һөйләшмәй һыуһап килгән кешеләр генә йыйылған, әйтерһең. Хәйер, район ҡоролтайының биш йылға яҡын йыйылғаны булмағайны.
...Көҙөн башҡалала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы була, кем бара ла, кем бармай, ваҡ ҡына мәсьәлә кеүек күренһә лә, эш олоға китте (ҡалала ла бер аҙ тауышланып алғайнылар ошо һорау буйынса, күрәһең, тегендә барып ҡайтыу - оло мәртәбә). 
- Үҙем барам инде, район башлығы, былары тәбиғи, Дамир Хәйбуллин бара, ул йәштәр ҡоролтайын етәкләй, йәнә, ана ултыра, Лена Дим ҡыҙы бара.
- Туҡта, туҡта, кем хәл итте ул именно ошолар ғына бара тип? Тәҡдим итһен халыҡ, бәлки, барырлыҡ тағы кемдер барҙыр. Ә нишләп Лена ул?
- Һуң, ирҙәр араһында сәскә лә булһын тигәйнек. Унан мөһимерәге, Лена Ғәббәсова бик грамоталы ҡыҙ, документ эшен белә... Тағы кемде тәҡдим итәһегеҙ, улайһа?
- Самат Туйгилдин, Гөлназ Әҙһәмова...
- Тауышҡа ҡуяйыҡ ату. 
...- Ҡоролтай ағзалары 15 ине. Беҙ уларҙы күбәйтергә булдыҡ. Исемлекте уҡыйым.... Һәммәһе 28 булып китәбеҙ. 
- Нимәгә ул сама халыҡ һеҙгә, кворум йыя алмай аптыраясаҡһығыҙ, береһе сирләгән, икенсеһенең һыйыры быҙаулаған, килмәй ҙә ҡуялар. Һәм гел чиновниктар менән тултырғанһығыҙ ҡоролтайҙы, улай булмай ул. 
- Кемде һыҙып ташларға, әйтегеҙ. Тәк, исемлектә кем беренсе.... Юлай Ильясов. Тауышҡа ҡуям: кем дә кем Юлай Талха улы артабан ҡоролтайҙа булмаһын тип уйлай? Бер тауыштан. Ю. Ильясов хәҙер ҡоролтайҙа түгел.
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: