Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
4 Апреля 2023, 09:07

Ленин башланы

Ҡалғандар ер ҡороғанын көтә. 

Ленин башланы
Ленин башланы
Беҙҙең өсөн иң ауыр тема - юлдар. Йыл әйләнәһенә ошо хаҡта ҡысҡырабыҙ. Яуап һәр саҡ бер төрлө яңғырай: түҙегеҙ. Түҙгәнгә - түш ите. 
Әле ауылдар грейдер көтөп зар илай. Ҡырсын түшәүҙе һорай, үткерерәктәре асфальт дауайлай. Ҡырсын тигәндән. Уны йыл да ҡайҙалыр түшәйҙәр, түшәйҙәр ҙә, аҙаҡ, үҙҙәре үк үкенеп был күренешкә ситтән ҡарап тора: юҡҡа түшәнек шикелле, халыҡ түшәгәндән һуң тағы ла нығыраҡ әрләй башланы. Ҡырсын тигәне торғаны менән ҡып-ҡыҙыл балсыҡ. Кисә ошо турала район башлығы ла һүҙ ҡуҙғатты: кешене бирләндермәгеҙ, быйыл балсыҡ түшәү бөттө, һәйбәт ҡырсын һатып алығыҙ.
Уңарсы булмай, Ленин ауыл биләмәһе был эшкә тотондо ла инде. Балсыҡ? Юҡ. Ауыл башлығы В. Галактионов ҡырсын шәп тип маҡтай. 
 
Автор:
Читайте нас: