Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Ноября 2023, 15:05

Әлегә ята

Уның береһе генә 1,3 миллион һум тора.

Әлегә ята
Әлегә ята
Хаҡы ҙур һымаҡ күренһә лә, был сумманы аҙ тиҙәр. Ауылдарға ҡуйылған һыу башнялары хаҡында һүҙ. Башняның үҙ хаҡы 700 мең һум, уны алып ҡайтыуы, урынына ултыртыуы йәнә лә байтаҡ хаҡҡа төшә. Был тендерҙы отҡандар һүҙенсә, киләһе йылда ла хаҡтарҙы күтәрмәһәләр, беҙҙең ауылдарға башҡаса яңы башнялар ҡуйылмауы бар. 
Ике йыл элек икәү, былтыр икәү, ә быйыл 4 яңы башня алып ҡайттылар Көйөргәҙе районына - Бахмут, Ивановка, Бөгөлсән, Яңы Таймаҫ ауылдарына. Ҡалғандары үҙ урынын алып халыҡҡа хеҙмәт итә башланы, Яңы Таймаҫтағыһы әлегә ята. Үҙ мәлен көтә. Иң мөһиме эшләнгән - башня ҡайтҡан, ҡалғаны ла көттөрмәҫ, подрядсы эшен еренә еткереп ҡуйыр. 
Автор:
Читайте нас: