Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Декабря , 12:34

Матурлыҡҡа һоҡланыр мәл түгел

"Йәшлек" мәҙәниәт һарайы алдында быйыл боҙ һындарҙың булмауы мөмкин.

Боҙҙан яһалған, Ҡыш бабаймы, Ҡарһылыумы, айыу, ҡуян... башҡа йән эйәләренең фигураларын, бәлки, ҡуймаҫтар. Ну, бына, байрамды вайран итәләр, аҡсалары юҡтыр, фәлән дә фәсмәтән тип әрләр алдынан, ошо һындарға бүленгән аҡсаны ҡайҙа тотоноуҙарын белергә кәрәк. Ярты миллион һум самаһы аҡсаны яуҙа йөрөгән егеттәргә ярҙамға ебәрергә кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны Ермолаево ауылы биләмәһе башлығы М. Букреева. Гирлянда, уттар янып, балҡып торасаҡ, шыршы ла емелдәп ултырасаҡ, ошолар булһа, етте, итәкте йыйып, байрам итербеҙ. 

Был тәҡдим депутаттарҙа, етәкселектә хуплау тапһа, моғайын, башҡалар ҙа ҡаршы килмәҫ - фигураларға ҡарап, һоҡланыр мәлдәр булыр әле.

Автор:
Читайте нас: