- Быйыл ҡыш башҡа йылдағыса ҡарлы, күҙ асҡыһыҙ буранлы булманы. Шулай ҙа бурандар бөтөнләй булманы, тип әйтеп булмай. Ваҡытында таҙартып, халыҡты юлдарҙан өҙмәҫкә тырыштыҡ. Яҙ ҙа башҡа йылдарға ҡарағанда иртә килде быйыл, ямғыр яуып ҡарҙы тиҙ иретеп бара. Урамдарҙа батҡаҡ аунап ятмаһын, тип Шәбағыш ауыл биләмәһенең ауылдарының урамдарын киңәйтеп, ҡалған ҡарҙарын эттереп, таҙартып ҡуйҙыҡ.
Авзалдың бар әйткәндәре гәзиттә тулы вариантта баҫыласаҡ.