Хәтер
7 Апрель 2023, 11:26

Йөрәгебеҙ бигерәк яралы

Бөгөн беҙҙең яҡын кешебеҙ – ҡәҙерле туғаныбыҙ, яратҡан абзыйыбыҙ Илнур Өлфәт улы САРБАЕВ йәшләй генә беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 16 йыл да булды.

Йөрәгебеҙ бигерәк яралыЙөрәгебеҙ бигерәк яралы
Йөрәгебеҙ бигерәк яралы
Яҡыныбыҙ шул тиклем эскерһеҙ, ябай, туған йәнле, йомшаҡ, изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. "Илнур бик ихлас, асыҡ күңелле, алсаҡ йөҙлө булды, бер ҡасан бер кешегә этлеге булманы, мөләйем генә итеп йылмайыр ине, башланғыс кластарҙа уҡығанда ла, үҫә төшкәс тә мәктәптең һәр байрамы уның башҡарыуындағы йырҙарһыҙ үтмәҫ ине. Илнурҙың яратып, моңло тауышы менән йырлаған "Беҙҙең ил" йырын бик күптәр хәтерләйҙер. Дуҫыбыҙҙың беҙҙең араларҙан бик иртә китеп барыуы – беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу булды. Уны һуңғы юлға оҙатҡан көнөбөҙ ҙә бөгөнгөләй ҡарлы-ҡатыш ямғыр яуҙы, тәбиғәт тә беҙҙең дуҫыбыҙҙы юҡһынып илағандай булды",- тип иҫкә ала абзыйымды дуҫтары.
Беҙ ғәзиз кешебебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ... Күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡлана. Уны белеүселәр изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.

Ҡайтып керерһең кеүек элеккесә,
Бер ни булмағандай йылмайып,
Ҡосоп-ҡосоп һөйөр инек һине,
Һине күреүебеҙгә шатланып.
Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ һине,
Йөрәгебеҙ бигерәк яралы.
Күңелдәрҙән һис тә китмәҫһең һин,
Әрнеүҙәргә сара самалы.
Йәшәйһең, ҡәҙерлебеҙ, күңелдәрҙә,
Бер бик матур йыр булып.
Һәр саҡ һаҡланаһың хәтерҙәрҙә,
Иҫкитмәле, матур моң булып.
Һине хәтерләп барлыҡ яҡындарың исеменән туғаның Илүзә.
Автор:
Читайте нас