Хәтер
9 Апрель 2023, 06:47

Сабырлыҡ бир, Хоҙай, һин беҙгә...

Быйыл һинең ҙур юбилейыңды, икенсе йыл 50 йыл бергә йәшәгәнебеҙҙе ҙурлап байрам итербеҙ тип йөрөй инек.

Сабырлыҡ бир, Хоҙай, һин беҙгә...Сабырлыҡ бир, Хоҙай, һин беҙгә...
Сабырлыҡ бир, Хоҙай, һин беҙгә...

Бөгөн, беҙҙе ҡара ҡайғыларға һалып, яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле, изге атай, хөрмәтле бабай, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан, оло йөрәкле олатай булған, ҡәҙерле кешебеҙ - Шәкүр Закир улы ХӘМИТОВ беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн була.
Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кеше менән уртаҡ тел таба ине, аҡыллы кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Ҡәҙерлебеҙ тормошто бик ныҡ яратты, матурлыҡты күрә белде. Һәр бер биргән кәңәштәре аҡыллы, дөрөҫ булыр ине. Балаларының, ейәнсәрҙәренең һәр бер эштәренә, уңыштарына ҡыуанып, ғорурланып йөрөр ине. Үҙе лә бик тырыш, эшсән булды, тотонған һәр эшен еренә еткереп, матур итеп эшләп ҡуйыр ине. Баҡсабыҙҙағы һәр түтәлде бау тартып, тигеҙләп, һоҡланырлыҡ итеп яһап ҡуя ине.
Ҡәҙерлебеҙ, быйыл һинең ҙур юбилейыңды, икенсе йыл 50 йыл бергә йәшәгәнебеҙҙе ҙурлап байрам итербеҙ тип йөрөй инек. Тик ҡыҙғанысҡа, һин теләгәнсә килеп сыҡманы, әйткән теләктрең үкенескә ҡалды... Аллаһы Тәғәлә һине үҙ янына алды. Яҡын кешебеҙҙҙе белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡайғылы, ауыр ваҡыттарыбыҙҙа беҙгә терәк булып, бик ҙурлап һуңғы юлға оҙатҡандары, беҙҙең ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡандары, ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙгә һәм шулай уҡ, Абдул ауылы халҡына ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе күңел тыныслығынан, сәләмәтлектән айырмаһын. Ер йөҙөндә һәр изгелектәрегеҙ, яҡшы эштәрегеҙ икеләтә үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, ҡайғыларҙан, юғалтыуҙарҙан Хоҙай һеҙҙе үҙе һаҡлаһын.
Тормош дауылдарында башын эйеп,
Баҫып ҡалдым юлдар сатында.
Ҡанаттары ҡайырылған аҡҡош кеүек,
Телһеҙ ҡалдым яҙмыш ҡаршыңда.
Рәхмәт әйтәм һиңә ғүмер юлымда,
Минең менән һәр саҡ бергә булғанға.
Минең менән һәр саҡ бергә булғанға,
Рәхмәт әйтәм һиңә, һиңә генә!
Бик ашығып киттең арабыҙҙан,
Юғалтыуҙар ауыр һәр саҡта.
Күңелдәрең һинең изге ине,
Урындарың булһын ожмахта!
Һөйөклөбеҙ - минең берҙән-берем,
Китеп барҙы беҙҙән мәңгегә.
Ошо ҡайғыларҙы күтәрергә,
Сабырлыҡ бир, Хоҙай, һин беҙгә...
Ауыр тупрағы еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәре.
Иңдәрендә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, кейәүҙәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас