Хәтер
14 Апрель 2023, 07:38

"Беҙ Таймаҫтан" тиер ине

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, бына тағы ҡулға ҡәләм алдым.

"Беҙ Таймаҫтан" тиер ине"Беҙ Таймаҫтан" тиер ине
"Беҙ Таймаҫтан" тиер ине

Хәтергә алыр кешем, яҡташым, ауылдашыбыҙ милләттәшебеҙ Клара СӘЛИШЕВА, уның яҡты донъяларҙан китеүенә 52 көн дә тулып китте.
2000-се йылдар башында Бала-Сытырман ауылынан Таймаҫҡа күсеп килде һәм беҙҙең ауыл тормошо өсөн яҡты иҫтәлеген ҡалдырҙы ул. Тиҙ арала йыр-моңға маһирлығы беленде. Ауыл клубында етәксе булып эшләгәндә Клара апайҙы төрлө сараларға ҡатнашырға саҡырҙым. Яҡынса 10 йылға яҡын Таймаҫ ауылында йәшәгән осоронда ауылда үткән бер концерттан да ситтә ҡалманы ул. Ул йылдарҙа республикала ҙур әһәмиәтле ваҡиғалар йыш булып торҙо: Башҡортостандың урыҫ Дәүләтенә ҡушылыу йыллығының юбилейы, районыбыҙҙың 70 йыллығы, республикала тәү тапҡыр "Ашҡаҙар таңдары" исеме аҫтында үткән милли-фольклор фестивале, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған байрам. Ошо үткән сараларҙа районыбыҙҙың "Йәнтөйәк" башҡорт халыҡ ансамбле иҫәбендә, Клара апайыбыҙ ҙур тырышлыҡтар күрһәтте, ихлас ҡатнашып, үҙенең тос өлөшөн индерҙе. Ситтән килгән булһа ла, беҙ Таймаҫтан, тип ғорурланып һөйләр ине гел.
Тормош иптәше Кинйәбай менән бер ул, ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә улар өсөһө лә үҙ урындарын табып, тормош көтәләр.
Клара апайҙың кешеләр өсөн тағы бер яҡшы яғын яҙып үтмәй булмай, ул тәнде һыйпау (массаж) серҙәрен өйрәнеп, байтаҡ ауырыуҙарҙы дауалап йөрөнө, сирҙәрен еңеләйтте, аяҡҡа баҫтырҙы. Таймаҫта 10 йыл самаһы йәшәгән Клара апайҙы яҡты иҫтәлектәре беҙҙең хәтер түрендә, ҡәҙерләп һөйләрлек йырҙары, эштәре ҡалды.
Йәнтөйәк башҡорт халыҡ ансамбле исеменән Спартак ХӨСӘЙЕНОВ.

Автор:
Читайте нас