Хәтер
14 Апреля 2023, 07:32

Тыныс йоҡла, балаҡайғынам

Марат ӘХМӘТОВтың баҡый донъяларға китеүенә биш йыл тулды. 

Тыныс йоҡла, балаҡайғынамТыныс йоҡла, балаҡайғынам
Тыныс йоҡла, балаҡайғынам

Урта Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Марат Айрат улы ӘХМӘТОВтың әсәһен, туғандарын ҡара ҡайғыларға батырып баҡый донъяларға китеүенә биш йыл тулды. Бала саҡтарында ла, мәктәптә уҡығанда ла тыныс, аҡыллы, түҙемле, ярҙамсыл булып үҫте. Хәрби хеҙмәткә алынғас алты ай Калининградта уҡып кесе лейтенант исемен алып, Новая Земляла хеҙмәт итеп, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары алып, хеҙмәтен лайыҡлы тултырып ҡайтты. Хеҙмәт иткән ваҡытында командирҙарынан ата-әсәһенә Рәхмәт хаттары килеп торҙо. Ҡайтҡас, оҙаҡлап ял да итмәй, Ырымбурҙа быраулауҙа эш башлай. Эшләгәнендә маҡталып эшләне. Һәр ваҡыт ярҙамсыл булды. Мохтаждарға иң тәүҙә ул ярҙамға ашыға ине. Ололарға ла хөрмәт күрһәтеп йәшәне. Эшләп тапҡан хәләл аҡсаларына машина ла алды. Үҙ ҡулдары менән донъялар ҡорҙо, гараж, мунсалар һалды. Бик тырышып эшләне, йәшәне. Тик донъялары үҙенә йәшәргә насип булманы. Беҙҙең йөрәктәребеҙҙе әрнетеп, әсетеп арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы. Мәрхүмебеҙҙең йәндәре йәннәттә, урындары ожмах түрҙәрендә булһын. Ҡәҙерлебеҙҙе һағынып иҫтәребеҙгә алабыҙ, тыныс йоҡла, балаҡайғынам.
Мәрхүмдең әнәйе Фәниә, мырҙаһы, уның ғаиләһе, бөтә туғандары һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас