

Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай ярҙам ҡулы һуҙған, йылы һүҙҙәре менән ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Мораптал ауылы хакимиәте башлығы Асҡар Исәт улы Кинжәлиевҡа, Киров хужалығы етәксеһе Дамир Таһир улы Байгилдинға, Мораптал ауылының берҙәм халҡына, Ғәли һәм Миҙхәт хәҙрәткә, барлыҡ туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә, дуҫтарыбыҙға, класташтарыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаиләләренең, балаларының иҫән-имен булыуын теләйбеҙ!
Яҡыныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын!
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары һәм яҡындары.