Хәтер
24 Апрель 2023, 09:53

Кәрәк ине күбрәк йәшәйһе

Яңыраҡ Минхәйер Ибәтулла улы Ғәрифуллин яҡты донъя менән хушлашты.

Кәрәк ине күбрәк йәшәйһеКәрәк ине күбрәк йәшәйһе
Кәрәк ине күбрәк йәшәйһе

17 апрелдә 86-сы йәше менән барғанда, бөтә күңелен, һәләтен эшкә биргән, эш һөйгән, игелекле кеше Минхәйер Ибәтулла улы Ғәрифуллин яҡты донъя менән хушлашты.
Ҡәҙерле туғанымдың ятҡан урыны тыныс, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын ине.
Мин уның кешелек сифаттарын шиғыр аша бирер инем.
Хоҙай биргән һиңә зирәк аҡыл,
Эшсәнлек һәм сыҙам түҙемлек.
Баҫыуҙарың һине оҙаҡ көтөр,
Уңғанлығың иҫләр китерлек.
Яраттың һин ауыр эштәрҙе,
Эшләгән кешеләрҙе.
Һин Мусаның ғәҙел кешеһе,
Кәрәк ине күбрәк йәшәйһе.
Иртә аңланың һин, эш һөйгәнгә,
Ил тотҡаһы икмәк икәнен.
Белгәнһеңдер тәүге кешеләрҙең,
Нисек ғазапланып, нисек өмөтләнгәнен,
Нисек сыҙап иген иккәнен.
Ғорурланам һинең һәләтеңә,
Тик бер нимә борсой күңлемде -
Ауырлыҡтарҙы күп еңеп сыҡтың,
Ах, еңәһе ине үлемде.
Һине юҡһынып Асия апайың.

Автор:
Читайте нас