

Ҡәҙерлебеҙгә 25 мартта 91 йәш тулған булыр ине, тик беҙ уны ул көндө һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Ҡәҙерле кешебеҙ халҡыбыҙҙың аҫыл аҡһаҡалдарының береһе ине. Һуңғы көндәренә тиклем илем, ере тип йәшәгән, бар тормошон хеҙмәткә бағышлаған, изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл, кешелекле, туған йәнле әтиебеҙҙе юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек.
Һуғыш йылдары балаһы булғас, барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы күреп, 9 йәштән колзозда эшләп, илебеҙҙе һуғыштан һуң аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашыусы ла ул. Күп йылдар колхозда иген үҫтереп, күпме кешене икмәк менән тьәмин итеүсе лә ул беҙҙең әтейебеҙ. Әнейебеҙ менән әтейебеҙҙең тормош юлдары беҙҙең өсөн өлгө булып тора.
Уларҙың тормош юлы хаҡында китаптар яҙырлыҡ. Әтейебеҙҙең 60 йыл хеҙмәт иткән стажы бар. Ҡайҙа ғына эшләһә лә ул тоғро хеҙмәт итә, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Был турала уның би күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып еңеү знактары, хеҙмәт алдынғыһы миҙалы, Атҡаҙанған һәм Почетлы колхозсы исемдәре һөйләй. Ул күп йылдар Мораптал ауылы старстаһы вазифаһында мөһим мәсьәләләрҙе хәл итте. Йәше оло булыуға ҡарамаҫтан ауыл халҡы яҡшы шарттар тыуҙырыу өсөн күп көс һалды.
Беҙҙе өс балаларын, әнейебеҙ Фәриҙә Хәйретдин ҡыҙы менән ҡәҙерләп, дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтерҙеләр, уҡыттылар оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Беҙ уларға бик рәхмәтлебеҙ. Әтейебеҙҙең хәстәрлекле кәңәштәрен, алсаҡ йөҙөн, яҡшы иҫтәлектәрен йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алырбыҙ.
Әтейебеҙ ҙәр саҡ беҙҙең хәтерҙә көслө рухлы, тура һүҙле, баһадир кәүҙәле, бәһлеүән булып ҡаласаҡ!
Яҡыныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул беҙҙең йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, яҡындары.