Хәтер
30 Апрель 2023, 08:13

Ярҙамсыл кеше ине

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, яратҡан улым, хөрмәтле ағайыбыҙ, мырҙабыҙ Фәһим Нурислам улы КУТУЗОВтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 1 йыл да тула.

Ярҙамсыл кеше инеЯрҙамсыл кеше ине
Ярҙамсыл кеше ине

Ҡәҙерлебеҙ киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем яҡындарына ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине! Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмебеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ҡәҙерлебеҙҙе бер ваҡытта ла онотмабыҙ.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең яҡыныбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең барлыҡ туғандары, яҡындары исеменән әсәһе, апаһы һәм кейәүе.

Автор:
Читайте нас