

Мәрхүмебеҙ кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл, алсаҡ ине. Һөйөклө кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Киттең, әнием, ялбарһаҡ та,
Ҡайтмаҫһың шул кирегә.
Ҡәбереңә килеп йөрөйөм,
Теләп һине күрергә.
Ҡара болоттар артынан,
Ал ҡояш сыҡһын бер саҡ,
Мәңге онотолмаҫ, әнием,
Һинең менән булған саҡ!
Әнкәй, бәғрем, матур хәтирәңде
Гел һаҡлармын йөрәк түремдә.
Йәйҙәр, көҙҙәр, ҡыштар, яҙҙарын да,
Тыныс йоҡла һалҡын гүреңдә!
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан ере яйлы, тар ҡәберҙәре киң, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары.