Все новости
Хәтер
6 Мая 2023, 18:43

Батыр асылы

И. Исмәғилев иҫтәлегенә арналған турнир тамам.

Батыр асылы
Батыр асылы

Быйыл ул 18-сеһе булды, әйткәндәй.
Көйөргәҙе, Күмертауҙан тыш, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Федоровка, Ишембай, Дәүләкән, Өфө көрәшселәре лә килгәйне.
Иршат Исмәғилевте ябай көрәшсе генә тип атау дөрөҫ түгел ("Юшатыр" был турнир хаҡында йыл да яҙа), уның тураһында ҡыҙы Эльмира Хəйретдинова бына нимә тигәйне беҙгә:
- Атайым үлгəндə миңə 14 йəш ине. Атайымды иҫлəгəндə, йортта гел йəш спортсылар йыйылғаны хəтерҙə. Ул кешелергə гел асыҡ булды. Төмəн өлкəһендə йəшəгəндə, бəлəкəй генə ҡалалағы бер урамға Салауат Юлаев исемен, юллап йөрөп, бирҙертте. Атайымдың асылы шунда ине – ул халыҡ тип йəшəне.
Батырҙы онотмау яҡшы, уның рухына тап килергә лә тырышһаҡ ине.
...Бөгөн командалар ҡыуандырҙы, әйткәндәй, беренсе урынды Көйөргәҙе, икенсеһен Күмертау береһенә лә бирмәне.

Ҡалғаны - гәзиттә. 

Автор:
Читайте нас: