Все новости
Хәтер
7 Мая 2023, 09:53

Ҡәбереңә килеп йөрөйөм

Ҡәҙерле әнейебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ Гөлйыһан Абдулла ҡыҙы Кусанованың, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә ошо көндәрҙә 40 көн тула.

Ҡәбереңә килеп йөрөйөм
Ҡәбереңә килеп йөрөйөм

Һөйөклөбеҙ кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл, алсаҡ ине. Олоһона ла, кесеһенә иғтибарлы булды, һәр кешегә ярҙам итеп йәшәне. Барыбыҙға ла изге кәңәштәрен биреп, йәштәргә дәрт өҫтәп торҙо, һәр саҡ терәк-таяныс булды. Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Киттең, әнием, ялбарһаҡ та,
Ҡайтмаҫһың шул кирегә.
Ҡәбереңә килеп йөрөйөм,
Теләп һине күрергә.
Ҡара болоттар артынан,
Ал ҡояш сыҡһын бер саҡ?!
Мәңге онотолмаҫ, әнием,
Һинең менән булған саҡ!
Әңкәй бәғрем, матур хәтирәңде
Гел һаҡлармын йөрәк түремдә.
Йәйҙәр, көҙҙәр, ҡыштар, яҙҙарын да,
Тыныс йоҡла һалҡын гүреңдә!
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урындары ожмахта, тар ҡәберҙәре киң, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Мәрхүмәнең улы Ришат, ҡыҙҙары Света, Әминә, Ләйлә, Зөлфиә, кейәүҙәре Азат, Хуршед һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бүләләләре.

Автор:
Читайте нас: