Все новости
Хәтер
9 Мая 2023, 15:49

Псков өлкәһендә ҡаршы алдыҡ

Бөйөк Еңеүҙең 78-йыллығын Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән Йәнбирҙиндәр һәм Ғәлеевтар ғаиләһе Псков өлкәһендә ҡаршы алды. 

Псков өлкәһендә ҡаршы алдыҡ
Псков өлкәһендә ҡаршы алдыҡ

Великие Луки ҡалаһын, Кунья ҡасабаһын һәм Старица ауылын азат иткән олатайҙарын, бабайҙарын хәтергә алдылар.
Гвардии капитан, "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены кавалеры, Йәнбирҙин Тимирғәли Нәзметдин улы,1941 йылдан алып төрлө фронттарҙа һуғышып, Старица ауылы янында, бик мөһим булған тимер юлы бәйләнеше өсөн барған ҡаты бәрелештә ҡаһарманса һәләк була. 78 йыл үткәс кенә уның ҡайҙа ятҡанын туғаны, полковник Йәнбирҙин Илдар Тәлғәт улы, архивтарҙан эҙләп таба һәм ғаиләһе менән Еңеү байрамында барып күрә.Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең олатаһы Күлгилдин Әбдрәхим Зариф улының һәм бабаһы Күлгилдин Хөснулла Ғәзиз улының да ҡәберҙәрен таба. Быйылғы байрамды Тимирғәли олатайҙың ейәнсәрҙәре Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Ләлә һәм Фәрит Айтуғановтар, Зөлфиә Шәрәфетдинова, бүләһе Марат Ҡаҙаҡбаев, Илдар Тәлғәт улы улдары Салауат һәм Ильяс менән үҙҙәренең олатайҙарының, ҡәберҙәренә сәскәләр һалып, иҫкә алдылар. Бер ауылда тыуып үҫкән өс яугир Псков ерҙәрен фашистарҙан азат иткәндә һәләк була. Беҙ ҡаһарман туғандарыбыҙҙың хозур тәбиғәт ҡосағында ятҡан һуңғы төйәктәрен күреп, улар менән ғорурланып, оло рәхмәтебеҙҙе белдерә алғаныбыҙ өсөн шатбыҙ.

Автор:
Читайте нас: