Все новости
Хәтер
10 Мая 2023, 12:38

“Беҙ күргәнде күрмәгеҙ”

Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуҙа барған ҡаты һуғыштарҙа атайым Фәйзулла Зариф улы Яманһаров вафат булып ҡала.

“Беҙ күргәнде күрмәгеҙ”
“Беҙ күргәнде күрмәгеҙ”

Ленинграл блокадаһы тураһында телевизорҙан йәки радионан һөйләй башлаһалар, күңелдең иң төбөндә ятҡан ауыр ҡаты төйөн әсе булып сығып күҙҙәрҙән ҡайнар йәш булып тама башлай. Атайһыҙлыҡ, етемлек, яланғаслыҡ, аслыҡ менән яғалаша-көрәшә үҫтек. Әнкәйем нисек кенә түҙгәндер инде. Көндәр буйы колхоз эшендә, төндә фермала ҡарауылда торҙолар. Һуғыш барған яҡтарҙан ҡасып килеп бүреләр ҙә күбәйҙе. Өйөрҙәре менән килеп ауылды баҫалар, урамда эттәрҙе ботарлайҙар. Ауылда бер генә эт ҡалды, бүреләр килә башлаһа соланға, өйгә кереп ҡаса ине. Кешеләр күнәктәр, таҡталар туҡылдатып тауыш сығарып бүре ҡурҡыталар. Әнкәйем дә ферманы уратып таҡылдаҡтар менән бүре ҡыуҙылар, таң атҡансы алмашлап ауылды, фермалағы колхоз малдарын ҡарауылланылар. Ауылда ҡорал тигән нәмә юҡ. Бөтә булған эштәр ҡарт-ҡоролар, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар иңендә. Яҙ етеп килгәндә әҙерләгән бесәнебеҙ бөттө. Малдарыбыҙға әңкәйем ҡамыш урып, тал сыбыҡтары ташып ашата. Яланда яңы үлән сыға башлаған әлегә малдың тешенә лә эләкмәй. Һыйырыбыҙҙы яланға ҡыуҙыҡ, ер еҫкәп булһа ла ҡайтһын тип. Һыйырыбыҙ ашарға эҙләнеп йөрөп шәрегә батҡан, боҙло һыуға. Алға ла артҡа ла сыға алмаған, хәлһеҙләнгәндер инде. Минән ике йәшкә ҙур Мөхтәр ағайым менән барып таптыҡ. Аяҡтары һыуыҡ боҙға батҡан, күҙҙәре һүнгән, үлгән ине...

Фәниә ӘХМӘТОВА, Урта Баба ауылы

Хат гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: