+1 °С
Снег
Бар ғүмерен эшкә, ғаиләһенә бағышлаған әтейебеҙ арабыҙҙа юҡ. Ул 2021 йылдың 11 сентәбрендә ҡаты ауырыуҙан һуң, беҙҙе оло ҡайғыларға, үкенестәргә һалып, яҡты донъялар менән хушлашты. Әтейебеҙ хеҙмәт ветераны ине. Ул егәрле, кешелекле, түҙемле, ярҙамсыл булды. Емеш-еләк, мәтрүшкә йыйырға яратты. Баҡса, ер эшен ҙур теләк менән башҡарҙы.
Уны белеүселәр, ҡәҙерле кешебеҙҙе тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алайыҡ. Әтейебеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел булһын. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн!
Һине иҫкә алып, тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.