Все новости
Хәтер
11 Мая 2023, 17:16

Күмертауҙа булғанмы?

Халитов Расуль: - Юрий Шатунов приезжал с концертом в Кумертау?

Күмертауҙа булғанмы?
Күмертауҙа булғанмы?

"Ласковый май" төркөмөнә бәйле яңылыҡтар күп булды һуңғы арала, йырсының үлеме, торараҡ композиторҙың үлеме, Күмертауҙа рәсемен төшөрҙөләр, Иҫке Отрадала ла яһалды һүрәте. Шотт паркында хәтер кисәһен үткәреп, бейене-йырланылар, БРГИ-ла кабинеты булдырылды...
Өҫтәге һорауҙы апрель айында уҡ беҙҙең төркөмгә яҙғайнылар, ҡапыл ғына яуап биреп булманы, ул саҡтарҙа (1980-90 йылдар) үҙебеҙ бәләкәй инек, етмәһә, ауыл малайҙары, Күмертауға килдеме икән (тыуған ҡалаһы бит), ә бына ауылға килмәгәнен раҫлай алабыҙ. Беҙгә ул саҡтарҙа "Ҡыҙыл мәсет" төркөмө килгәне хәтерҙә (Мораҡтан инеләр, буғай), аҙағыраҡ Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк тә булған һымаҡ. Халыҡты алдап, бер клоунға оҡшаған кеше йөрөнө, йәнәһе, фокус күрһәтә, аҡса түләп барҙыҡ - күкәй һымаҡ шаригын йәшерә лә, шуны һинең ҡайһы ереңдәндер табып, килтереп сығара был - ҡыҙыҡ.
Шатуновтың йыры урамдарҙа ғына яңғыраны, кемдең магнитофоны бар, шул иң бәхетле кеше, "Яғымлы май"ҙың яғымлы көйҙәрен күпме теләй, шул хәтле тыңлай, беҙҙеке булмағас, йыр сыҡҡан эскәмйәгә барып ултыраһың - аҙ булһа ла ишетеп ҡалғы килә.
Шулай ҙа, бер ваҡыт Күмертауға "Ласковый май" концертына эләктек. Юрый килдек, тамашаны ҡарарға тигән маҡсат менән. Йылғыр таныш булды әл дә (Камил Игбаевтың бәләкәй малайы, ул ҡалала йәшәй ине, руссаға оҫта, үҙе шуҡ). Уға эйәреп, әлеге емерек торған стадиондың (ул саҡта һин дә мин ине, әлбиттә) арт яғынан, бейек стенаһы өҫтөнән, ни ғиллә менәндер, һикереп төшөп, ҡасып, бушлай концерт ҡараныҡ. Дөрөҫ, был концертта Юрий үҙе булмағайны...
...Ҡыҫҡаһы, белдек беҙ Ю. Шатутновтың Күмертауға килгәнме-юҡмы икәнен.
Материал гәзиттә баҫыла.

Автор:
Читайте нас: