Все новости
Хәтер
15 Мая 2023, 11:51

"Сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ"

Миңлеғәли БИКМАЕВтың арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барыуына 40 көн тула.

"Сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ"
"Сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ"

Яҡшымбәт ауылы
Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Миңлеғәли Әбделғәлим улы БИКМАЕВтың, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барыуына 40 көн тула.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, илебеҙҙең именлеген бирһен, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең ҡатыны, ҡыҙы, улдары, кейәүе, килендәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: