+20 °С
Облачно
Яңы Муса ауылы
Ошо көндәрҙә беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып ҡәҙерле әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Майшәкәр Сәйфулла ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНА арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Хәсрәтле, ҡайғылы ауыр ваҡыттарҙа беҙгә терәк булып, ярҙам күрһәтеп, ҡәҙерле кешебеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға, күршеләребеҙгә, барлыҡ туғандарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете туғандарығыҙҙың, балаларығыҙҙың иҫән-һау булыуын теләйбеҙ.
Яҡыныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта булһын.
Ул беҙҙең күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә мәңге һаҡланып ҡаласаҡ.
Мәрхүмәнең туғандары.