Все новости
Хәтер
20 Мая 2023, 10:00

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Мәргән Мөхтәр улы СОБХАНҒОЛОВ.

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Бөгөн ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Мәргән Мөхтәр улы Собханғоловтың беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеүенә 25 йыл. Ул уңған, ярҙамсыл, алсаҡ, туған йәнле булды. Уны белеүселәр ҡәҙерле кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик яҡшы яҡтан ғына беҙзең менән бергә иҫкә алһағыҙ ине. Мәрхүмебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Әтейемдең нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең ҡатыны, ҡыҙҙары Юлиә, Эльвира, кейәүҙәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: