Все новости
Хәтер
22 Мая 2023, 16:09

Бер йыл да уҙған, өләсәй...

Бөгөн минең яратҡан һәм ҡәҙерле өләсәйем - Тәкмилә Ҡәүи ҡыҙы ИБРАҺИМОВАның беҙҙең араларҙан мәңгелеккә китеүенә бер йыл да тула.

Бер йыл да уҙған, өләсәй...
Бер йыл да уҙған, өләсәй...

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, кешелекле, ярҙамсыл һәм ғәҙел кеше ине. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Өләсәйемдең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.
Өләсәйем
Бер йыл да һинһеҙ үтте,
Өләсәйем, бәғерем.
Һаман ышана алмайым,
Өҙөлә шул үҙәгем.
Байрам булһа иртүк таңдан,
Шылтыратып ҡотлар инем.
Рәхмәт, балам, тиер ине,
Яғымлы тауышың һинең.
Һинең йомшаҡ ҡулдарың,
Наҙлап һөйөрҙәр ине.
Тик яҙмыштар аяныслы,
Янымда һин юҡ инде.
Төштәремдә һиҙәм һаман,
Балаҡайым, тип өндәшәһең.
Әйтерһең ауыр саҡтарымда,
Хаталарҙы шулай төҙәтәһең.
Мөмкин булһа әгәр бөгөн,
Ҡайтыр инем бала сағыма.
Йүгереп кенә барыр инем,
Олатай һәм өләсәй янына.
Ҡосаҡлағы килә, иркәләнге,
Күргем килә йәмле йөҙҙәрен,
Һағындыра тап ана шул,
Нурға тулы, йәмле өйҙәрен.
Тик ваҡыт туҡтап тормай,
Алға атлай, ашыға, йүгерә.
Бер йыл да уҙған, өләсәй,
Һин арабыҙҙан киткәнгә.
Барлыҡ балаларың, яҡындарың исеменән, һине һағынып, ейәнсәрең Лилиә.

 
Автор:
Читайте нас: