+20 °С
Облачно
Өфөнән күпләп килгәндәр, Стәрлетамаҡтан, Стәрлебаш, Баймаҡ... Ҡәберенә зыярат ҡылғанда ла, аҙаҡ табын артында ултырғанда ла һүҙҙәр күп яңғыраны: кеше үҙе китеп барғас ҡына уның кем булыуын күберәк аңлайбыҙ.
Башҡорт милли музыкаһына баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән Айрат ағайыбыҙ тураһында тыңлайһың да, аптырап ҡуяһың: ошо ауылдан (Таймаҫтан) сыҡҡан ябай ғына малай булған да ул, анауы йылғала һыу ингәндер, бынау тауҙан мал ҡыуғандыр, урамдары буйлап йүгергәндер... Ә ниндәй бейеклеккә күтәрелгән - бының сере нимәлә икән?
Репортаж йома көндө гәзиттә баҫыла.