Все новости
Хәтер
29 Мая 2023, 10:29

Ярҙам өсөн рәхмәт

Таймаҫ ауылы халҡына, туғандарға һәм дуҫтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ярҙам өсөн рәхмәт
Ярҙам өсөн рәхмәт

Күренекле сәнғәт эшмәкәре, композитор Айрат Ҡобағошовтың яҡты рухын иҫкә алыу сараһын ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, Көйөргәҙе районының элекке хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовҡа, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовҡа; Айрат Миңләхмәт улы менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында бергә эшләгән коллегалары: музыка белгесе, сәнғәт ғилеме докторы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ һәм БР Композиторҙар союзы ағзаһы Гөлназ Галинаға, Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе, композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилеваға, думбырасы Сабир Әбхәлимовҡа һәм студенттары Айҙар Байтимеров менән Мирас Үҙәнбаевҡа; Таймаҫ ауылы Советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевҡа, Таймаҫ гимназияһы директоры Рәис Әбсәләмовҡа, Ғәли хәҙрәткә, ағайҙарыбыҙҙың яҡты рухын иҫкә алып, һәр ваҡыт матур итеп яҡтыртып барған “Юшатыр” гәзите редакцияһына, гәзиттең баш мөхәррире Малик Ильясовҡа; күренекле яҡташыбыҙ Зөһрә Ҡотлогилдинаға, БСТ каналына, Юлдаш радиоһына, ауылдаштарға, Таймаҫ ауылы халҡына, туғандарға һәм дуҫтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Айрат Ҡобағошовтың ғаиләһе һәм туғандары.

Автор:
Читайте нас: