Все новости
Хәтер
30 Мая 2023, 17:26

Яҡты хәтирәләр менән иҫләргә ҡалды

Беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, Айгөл Әнүәр ҡыҙы МЫРҘАҒОЛОВА яҡты донъя менән хушлашты.

Яҡты хәтирәләр менән иҫләргә ҡалды
Яҡты хәтирәләр менән иҫләргә ҡалды

Беҙ уның менән Күмертау ҡалаһы Дини-мәҙәни үҙәгендә белем алдыҡ. Яңыраҡ ҡына имтихан бергә биргәйнек. Барыһы ла Аллаһ ҡулында, бөгөн кеше бар, иртәгәһенә юҡ. Айгөл Әнүәр ҡыҙын тик яҡты хәтирәләр менән иҫләргә ҡалды. Ул яҡындары, туғандары өсөн йән атып торҙо, барыһын да бергә туплап, һәр кемгә ярҙамға ашыҡты, йәшәп, эшләп ҡалырға тырышты. Ислам динен таратыуҙа әүҙем ҡатнашты. Ул бар кешегә алсаҡ, ихлас, асыҡ ине, һәр кемгә йылы һүҙҙәр табып һөйләште. Ятҡан урын тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне ожмахта булһын.
Ата-әсәһенең, балаларының, туғандарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек теләйбеҙ.
Күмертау ҡалаһы Дини-мәҙәни үҙәгенең 2-се курс уҡыусылары 

Автор:
Читайте нас: