Все новости
Хәтер
1 Июня 2023, 10:14

Хәсрәт утында янған көндәребеҙ

Юғалтыуҙар бигерәк ауыр, тиҙәр.

Хәсрәт утында янған көндәребеҙ
Хәсрәт утында янған көндәребеҙ

Бының шулай икәнлеген үҙ башыңа төшкәс, тағын да нығыраҡ аңлайһың икән.
Беҙҙең дә ана шундай хәсрәт утында янған көндәребеҙ. Донъялағы иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, әтейебез Мансур Ғәфур улы ӘБДРӘХИМОВ 59 йәшендә арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Ҡайғылы көндәребеҙҙә беҙгә ярҙам ҡулын һуҙған, атайыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа булышҡан, күршеләребезгә, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, беҙҙе хөрмәт итеп килгән барлыҡ кешеләргә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен.
Ғәзиз кешебеҙҙең ятҡан урындары тыныс, ауыр тупратары еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Мәрхүмдең тормош иптәше, ҡыҙы, улы, кейәүе һәм ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: