Хәтер
15 Июнь 2023, 07:32

Күңел һыҡрап илай

Яңы Мораптал ауылында тыуып үҫеп, ошонда ғүмер иткән ҡәҙерле кешебеҙ - ҡыҙыбыҙ, яратҡан тормош иптәшем, әниебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Гөлназ Нәжип ҡыҙы Аҙнабаева, 15 июндә, теүәл 1 йыл элек, беҙҙең йөрәктәребеҙгә яра һалып, йәшләй генә мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Күңел һыҡрап илайКүңел һыҡрап илай
Күңел һыҡрап илай

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тормошто яратты, матурлыҡты күрә белде. Эшһөйәр, намыҫлы, тырыш, көслө рухлы, кешелекле, изгелекле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, туған йәнле булды.
Ғәзизебеҙҙе өҙөлөп һағынабыҙ, фотоларына ҡарап иҫкә алабыҙ. Беҙҙең аранан китеүенә күңелебеҙ һаман ышанмай, йылдар уҙһа ла уны онота алмаҫбыҙ.
Уны белгәндәр, Гөлназыбыҙҙың изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмәбеҙҙең урындары йәннәтә булһын, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын ҡәҙерлебеҙҙең.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Яҡыныбыҙҙың нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмәнең әсәһе, тормош иптәше, балалары, һылыуҙары һәм туғандары.

Автор:
Читайте нас