Хәтер
22 Июнь 2023, 03:49

Етмеш ете йылдан һуң ...

Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән Илдар Йәнбирҙин Мәскәү ҡалаһында йәшәй.

Етмеш ете йылдан һуң ...Етмеш ете йылдан һуң ...
Етмеш ете йылдан һуң ...

Илдар Тәлғәт улы ата-бабаларының, нәҫеленең тарихын өйрәнеүгә күп ваҡыт бүлә. Бигерәк тә уны Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған бабайы Тимерғәлиҙең ҡайҙа ерләнеүе ҡыҙыҡһындыра.
Тимерғәли Нәзметдин улы Йәнбирҙин 1915 йылғы. Заманында Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт халыҡ мәғарифы институтын уңышлы тамамлаған. Үрге Мотал ауылы мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, директор булып эшләгән.
1941 йылда немец фашистары илебеҙгә баҫып ингәс, 26 йәшлек Тимерғәли, йәш кәләше Рауза Ғәли ҡыҙын, бәләкәй өс балаһын ҡалдырып, августа һуғышҡа китә. Ҡанлы-даулы, ялҡынлы һуғыш юлдары үтеп, 1944 йылда 1-се Балтика буйы фронтының Ҡыҙыл байраҡлы 83-сө гвардия уҡсы Городокской дивизияһының 248-се уҡсы ротаһы командиры званиеһына эйә була. ВКП (б) сафына ҡабул ителә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Тимерғәли Йәнбирҙин 1944 йылда Псков өлкәһенең Старица ауылы янында, бик мөһим әһәмиәткә эйә тимер юлы бәйләнеше өсөн барған ҡаты бәрелештә 29 йәшендә генә ҡаһармандарса һәләк була.
Хәрби документтарҙа атаһының исемен Нәзмич тип ҡыҫҡартып ҡына яҙғандар. Шул арҡала туғандары оҙаҡ йылдар Тимерғәли Йәнбирҙин хаҡында архивтарҙан тейешле мәғлүмәттәрҙе таба алмай. Полковник Илдар Тәлғәт улы Йәнбирҙин, ныҡышмал эҙләнә торғас, бының осона сыға: бабаһының ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлауға ирешә. Псков өлкәһенең Кунья ҡасабаһындағы туғандар ҡәберлегендә икән. Етмәһә, Илдар Йәнбирҙин яуҙа һәләк булған олатаһы Әбдрәхим Зариф улы Ҡолгилдин менән бабаһы Хөснулла Ғәзиз улы Ҡолгилдиндың ҡәберҙәрен дә таба.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ, Күмертау ҡалаһы

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас