Хәтер
22 Июнь 2023, 04:16

Ишек асып керер һымаҡ...

Бөгөн ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Хәмит Ғатаулла улы КЕЙЕКБАЕВтың беҙҙе яҡты донъяларҙан ташлап китеүенә өс йыл.

Ишек асып керер һымаҡ...Ишек асып керер һымаҡ...
Ишек асып керер һымаҡ...

Яҡыныбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда тыуып, лайыҡлы тормош йәшәп, 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, һуғыш башланған көнөндә, хатта сәғәтендә, беҙҙе оло ҡайғыға һалып арабыҙҙан китеп барҙы.
Ҡәҙерлебеҙҙең китеүе беҙҙең өсөн мәңгелек ҙур ҡайғы, әлегә тиклем ышаныу һәм юғалтыуҙы ҡабул итеү мөмкин түгел, өс йыл үтһә лә һаман да ишек асып керер һымаҡ...
Кеше был донъянан китһә лә, ерҙә уның изгелеге, нуры, ҡото ҡала. Ул беҙҙең хәтерҙә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ, кешеләргә гел изгелек һәм яҡшылыҡ ҡылыусы, ярҙамсыл кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Һәр саҡ тормошто яратып, әүҙем йәшәне, изгелекле, ихлас булды, бөтөн кешеләрҙе, барлыҡ туғандарҙы ла оло хөрмәт итә ине.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген беҙҙең менән бергә тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттең түрендә булһын. Аллаһы Тәғәлә булған гонаһтарын кисереп, һауаптарын арттырһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Ҡатыны Фаиза, ҡыҙы Әлфиә, улы Фәрит, ейәне Рахман, килене Мария, туғаны Фәрзәнә.

Автор:
Читайте нас